Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ун беренсе класс уҡыусыларын һынау йомғаҡлау иншаһын яҙырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә ун беренсе класс уҡыусыларын һынау йомғаҡлау иншаһын яҙырға саҡыралар.

Уны М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты ҡарамағындағы Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек үҙәге ойоштора.

Был процедура, тикшереүҙән һәм баһалауҙан тыш, хаталар өҫтөндәге эште үҙ эсенә ала. Һынау йомғаҡлау иншаһы 10 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тә 213-сө аудиторияла уҙа.

273-38-81, 8-937-366-84-40 телефондары, kafedralit@gmail.com электрон почтаһы аша, Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3/а, БДПУ-ның өсөнсө корпусы, 212-се аудиторияла яҙылырға мөмкин. Исем-шәрифеңде, ҡайһы мәктәптә уҡыуыңды хәбәр итергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть