Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө һәм Галле ҡалалары араһындағы туғандашлыҡтың 20 йыллығына арналған тантаналарҙа «Zaman» төркөмө сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Германияла Өфө һәм Галле ҡалалары араһындағы туғандаш мөнәсәбәттәрҙең 20 йыллыҡ юбилейы һәм «Башҡортостан дуҫтары» («Freunde Baschkortostans») ойошмаһының 20 йыллығы билдәләнә. Аҙна Мәскәүҙең «Zaman» башҡорт төркөмө концерты менән тамамлана.

Мәскәү музыканттары 25 ноябрҙә Галлела Саксония-Анхальт ере Мәҙәниәт министрлығының шәхси саҡырыуы буйынса сығыш яһай.

«Был беҙҙең Германияға тәүге сәфәребеҙ түгел, шуға немец тамашасыларын яҡшы беләбеҙ. Был юлы яңы тамаша әҙерләйбеҙ. Беҙгә хатта Яҡутстанда гастролдәрҙе күсерергә тура килде», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына төркөм етәксеһе Радмир Мөфтәхин.

«Zaman» төркөмө программаһында башҡорт халыҡ йырҙарының заманса аранжировкалары, төркөмдөң автор композициялары, шулай уҡ бер нисә немец хиты яңғырай.

«Zaman» төркөмө үҙенең эшмәкәрлеген 2014 йылда башланы. Дүрт йылға яҡын осорҙа музыканттар Европаның һәм Азияның алты илендә булды, Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында сит илгә сыҡты, Ригала ЮНЕСКО сараларында Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть