Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә, Силәбе өлкәһендә сусҡаларҙың Африка тағуны теркәлеүе сәбәпле, махсус постар ҡуйылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Силәбе өлкәһендә сусҡаларҙың Африка тағуны теркәлеүе сәбәпле Башҡортостандың төньяк-көнсығышында һәм Учалы районында махсус постар ҡуйылған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, сирле хайуандар өлкәнең шәхси хужалыҡтарында табылған. Бөтәһе яҡынса 25 баш асыҡланған.  

Әле Башҡортостанда сусҡаларҙың Африка тағуны сире менән зарарланыу хәүефен булдырмау өсөн октябрҙә Силәбе өлкәһенән килтерелгән ит продукцияһын эҙләйҙәр.

Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республикалағы барлыҡ ҙур сусҡасылыҡ комплекстары ауырыу сығанағынан алыҫта урынлашҡан, һәм шуға күрә Башҡортостан биләмәһенә ошо хәүефле сир янамай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть