Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөнән төбәк авиаташыусылар селтәре киңәйәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөнән төбәк авиаташыусылар селтәре киңәйәсәк. Киләсәктә субсидияланған маршруттар иҫәбенә Түбәнге Новгородҡа, Ханты-Мансиға, Белоярскка, Минель Һыуҙарға, Краснодарға тиклем рейстарҙы индереү күҙаллана. Был турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында һауа транспортын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә һүҙ барҙы.

Хәҙер төшөрөлгән тарифтар буйынса Волга буйы федераль округының алты ҡалаһына: Кировҡа, Ижевскиға, Чебоксарға, Ырымбурға, Һамарға һәм Пермгә осорға мөмкин. Төбәк маршруттары республика һәм федераль ҡаҙна иҫәбенә субсидиялана – пассажирҙар билет хаҡының яртыһын түләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть