Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Италия дизайнерҙары Башҡортостан ҡаҙ мамығын ҡуллана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандан бер партия ҡаҙ мамығы Италияға оҙатылды. Сеймал өҫкө кейем тегеү һәм түшәк кәрәк-яраҡтарын тултырыу өсөн тәғәйенләнә. Европа дизайнерҙары тегеү өсөн 8832 килограмм ҡаурый-мамыҡ сеймалын ҡуллана аласаҡ.

Нәҡ ошондай партияны Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы белгестәре сығарырға рөхсәт биргән. Белгестәр «Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙенсәлекле ҡаҙ ҡаурый-мамыҡ сеймалын баһалаған. Мамыҡ сәнәғәт технологиялары буйынса алынған.

Мамыҡ сеймалының партияһы бер сәғәт дауамында 1200 градустан юғары пар менән дезинфекцияланған. Продукцияға халыҡ-ара ветеринария сертификаты һәм ЕС сертификаты бирелгән. Йөктө Италияға автотранспорт алып бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть