Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Урман янғындарын иҫкәртеү буйынса эште көсәйтергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Урман фондының янғын хәүефһеҙлеге һорауҙары кисә төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышында тикшерелде, уны Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Быйыл 38 урман янғыны теркәлгән, шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе ут менән һаҡсыл ҡулланмау, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан, тип хәбәр итте республика етәксеһе. Урмандарҙа янғын хәүефе ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 500-гә яҡын кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 163 осраҡта улар айырыуса янғынға ҡаршы режим шарттарында булған.

— Янғынға ҡаршы режим ваҡытында ҡағиҙәләрҙе боҙоуға ысынлап та аптырарлыҡ. Уларға һалынған штрафтар 4 миллион һумдан арта, ә бер кешегә штраф – ни бары 8 мең һум. Улар тиҫтәләгән, йөҙәрләгән миллион һумға зыян килтерә ала, әммә беҙ уларға ҡоро, янғын хәүефе ваҡытында усаҡ яндырғандары, башҡа һаҡлыҡ сараларын иҫәпкә алмағандары өсөн 8 мең һумға штраф һалабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. –  Янғындарҙы кисектереү, иҫкәртеү буйынса эште, әлбиттә, бөтә йүнәлештәрҙә лә көсәйтергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть