Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт шағиры һәм журналист Салауат Әбүзәровҡа «Республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан» гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире, күренекле башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист Салауат Әбүзәровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләүенсә, маҡтаулы исем юғары һөнәри оҫталығы һәм матбуғат өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн бирелде. Журналисҡа награданы «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығына арналған байрам сараһында тапшырҙылар.

Салауат Әбүзәров киң мәғлүмәт сараларында эшләүе менән генә түгел, бер нисә шиғырҙар йыйынтығы, шулай уҡ Башҡортостан театрҙарында һәм унан алыҫта ҙур уңыш менән барған пьесалар авторы булараҡ та билдәле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть