Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда дүртенсегә «Суперкилен-2017» матурлыҡ һәм таланттар конкурсы үтәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда дүртенсегә ябыҡ «Суперкилен-2017» матурлыҡ һәм таланттар конкурсы үтәсәк. Ул ғаилә һәм дини-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, кейәүҙәге ҡатындарҙың ижади потенциалын асыу, айырылышыуҙарҙы иҫкәртеү, йәш ғаиләләрҙең ялын ойоштороу маҡсатында уҙғарыла. Сараны Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты һәм «Аиша» журналы ойоштора.

19 ноябрҙә Өфөлә ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу ойошторола. Бәйгелә 18-35 йәштәге йәш, матур, уңышлы ҡатындар һәм әсәләр үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Ойоштороусылар бер төркөм талапты үтәүҙе һорай: бәйгесе кейәүҙә булырға, тормош иптәшенән ҡатнашыуға рөхсәт, ҡәйнәһенән кәңәш хаты килтерергә тейеш, сәхнә мәҙәниәтен белеү ыңғай баһалана.

Һайлап алыу турында үҙеңдең ҡәйнәң тураһында һөйләргә, йырлау, бейеү, матур һөйләү һәләтеңде йәки ҡул эштәренә маһирлығыңды күрһәтергә кәрәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм яҙылыу 8-987-494-29-80 телефон һандары буйынса.

Конкурстың финалы V Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар форумы сиктәрендә декабрь башында үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть