Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «урман амнистияһы» һорауҙарына яуаплы ҡарарға ҡушты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм профилле ведомстволарға «урман амнистияһы» һорауҙарына яуаплы ҡарарға ҡушты. Ошо хаҡта ул төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышында белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «урман амнистияһы» 2017 йылдың 29 июленән 280-се Федераль закон менән ҡаралған. Ул ер участкалары урман фонды составында иҫәпләнгән, әммә ысынында иһә башҡа категориялағы ерҙәр сифатында файҙаланған граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға саҡырылған. Закон Урман дәүләт реестры һәм Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры араһында ҡапма-ҡаршылыҡты участка хужалары файҙаһына хәл итеүгә йүнәлтелгән.

— Был һорауға яуаплы ҡарауығыҙҙы һорайым. Намыҫлы граждандарҙан һәм ойошмаларҙан тыш, закон ҡағиҙәләре менән төрлө кимәлдәге алдаҡсыларҙың файҙланыуы бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть