Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың ветеринария хеҙмәте бешмә буйынса карантинды алыуға документтар әҙерләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөгөн Башҡортостанда халыҡҡа бешмә вирусы арҡаһында юҡ ителгән малдар өсөн компенсация түләү тамамлана. Дөйөм алғанда, 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Юридик берәмектәргә юғалтҡан малдары өсөн түләүҙәр әле башланмаған. Зыян күргәндәрҙең ошо категорияһына компенсация түләүгә тейешле документтар әҙерләнә.

Бынан тыш, Башҡортостандың ветеринария хеҙмәте норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләй һәм, «әгәр барыһы ла һәйбәт булһа, Бүздәк һәм Туймазы райондарында бешмә буйынса карантин алына», тип өҫтәне министр.

7 ноябрҙә республиканың Туймазы һәм Бүздәк райондарында иғлан ителгән бешмә буйынса карантин ваҡыты тамамлана.

Бөтәһе 1700 баш мал юҡ ителде, яҡынса 100 мең баш эре һәм ваҡ малға вакцина һалынды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть