Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда төп Яңы йыл шыршыһының ҡасан һәм ҡайҙа үтеүе билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Яңы йыл байрамы сараларына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы һәм планы раҫланды. Ойоштороу комитетын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов етәкләй. Республика башлығы тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Уҡыусылар өсөн Яңы йыл шыршыһы 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторола. Байрамға уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары саҡырыла.

Балаларға Яңы йыл тамашаһын күрһәтеү һәм бүләктәр тапшырыу ҡаралған. Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусылар өс көн буйына «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ял итә ала.

Күп балалы ғаиләләрҙең балаларына ла Яңы йыл бүләктәре, етемдәргә матди ярҙам ҡаралған.

Указ мәғариф ойошмаларында һәм мәҙәниәт учреждениеларында, тораҡ пункт майҙандарында Яңы 2018 йылды байрам итеүгә арналған театрлаштырылған тамашалар, карнавалдар һәм башҡа саралар ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

Теги: Яңы 2018 йыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть