Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә етем балалар һәм инвалидтар яңы фатир алды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар, шулай уҡ инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр Кузнецов Затоны биҫтәһендә урынлашҡан яңы торлаҡ комплексынан фатир алды.

Әлеге торлаҡ комплексындағы 148 фатирҙың 30-ы халыҡтың ошо категорияһына бирелгән. Йорттағы башҡа фатирҙарҙы социаль торлаҡ алыуға хоҡуғы булған граждандар һатып алған.

Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, комплекс ике ҡатлы төкәтмә менән 14 ҡатлы кирбес йорттан тора.

Йорттоң ихатаһында балаларға уйын майҙансыҡтары, спорт менән шөғөлләнеү өсөн зона, уңайлы парковка урындары бар.

Бөтә фатирҙарҙа эске биҙәкләү эштәре башҡарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть