Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивален асҡан фильм һәм конкурс программаһы билдәле булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

17-19 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында IV «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофестивале уҙғарыла. Фестивалде асҡан фильм һәм конкурс программаһы билдәле булды. Сара режиссер Сабит Ҡорманбәковтың «Оралман» (Ҡаҙағстан) фильмы менән асыла.

Конкурс программаһында һигеҙ тулы метражлы нәфис фильм ҡатнаша. Улар араһында Рәсәй, Канада-Греция, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Сербия, Һиндостан, Иранда төшөрөлгән фильмдар бар. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандан күренекле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа арналған «Бабич» һәм «Өфөнән һөйөү менән» фильмдары ҡатнаша.

Рәсәй, Үзбәкстан, Афғанстан, Грузия, Азербайжан-Иран, Непалдан авторҙар Өфөлә ете ҡыҫҡа метражлы фильм тәҡдим итә. Улар иҫәбендә республика вәкилдәре — Фәрзәнә Утарбаеваның «Ҡырағай»ы һәм Руслан Юлтаевтың «Кластан тыш дәрес»е.

Ете документаль эш — Рәсәй (Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания), Ҡаҙағстан, Латвия, Һиндостандан фильмдар. Башҡортостандан был номинацияла Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Башҡорт шәле» фильмы ҡатнаша.

Конкурстан тыш программала — Тажикстан, Рәсәй (Бүрәтстан, Башҡортостан), Грузия, Ҡырғыҙстандан фильмдар.

Кинофестивалдең тулы программаһы — бында. Фильмдарҙы ҡарау бушлай.

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале милли һәм этник йүнәлештәге фильмдар төшөргән кинематографистарҙың ижадын популярлаштырыу өсөн уйланылған. Өс көнгә Өфө мәҙәни үҙәккә әүереләсәк һәм төрлө төбәктәрҙән, илдәрҙән режиссерҙарҙы, актерҙарҙы, продюсерҙарҙы йыясаҡ.

Халыҡ-ара жюри «Көмөш Аҡбуҙат» Гран-прийы, «Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы сценарийы өсөн», «Тулы метражлы уйын фильмында иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн», «Тулы метражлы уйын фильмында иң яҡшы операторлыҡ эше өсөн», «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы сценарийы өсөн», «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмында иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн», «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмында иң яҡшы операторлыҡ эше өсөн», «Документаль фильмда иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн», «Документаль фильмда иң яҡшы операторлыҡ эше өсөн», «Иң яҡшы документаль фильм геройы» өсөн приздар тапшыра.

Шулай уҡ махсус приздар ҡаралған, улар иҫәбендә тамашасылар һөйөүе, Башҡортостан Кинематографистар союзының Әмир Абдразаҡов исемендәге милли рух өсөн һәм Ғилуан Әмиров исемендәге операторлыҡ сәнғәте өсөн приздары бар.

Кинофестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте булышлығында «Башҡортостан» киностудияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть