Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың баш ҡалаһында эйәһеҙ йәнлектәр өсөн приют төҙөү күҙаллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында бер үк ваҡытта 200 бесәйгә һәм 500 эткә иҫәпләнгән эйәһеҙ йәнлектәр өсөн приют төҙөү күҙаллана. Биләмәлә уларҙы йөрөтөү өсөн майҙансыҡ ҡаралған.

Тейешле проект әле дәүләт экспертизаһында һәм финанслау мәсьәләләре хәл ителгәс төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу өсөн һатыуға ҡуйыла.

Проекттың хаҡы 120-130 миллион һум тәшкил итә.

Бөгөн мэрияла оператив кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, был 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы хаҡынан ҡиммәтерәк, әммә хужаһыҙ хайуандарҙы тотоу өсөн приют та мөһим.

«Ләкин беҙ шуға табан  барабыҙ, сөнки бындай проект — йәнлектәргә гуманлы мөнәсәбәт билдәһе ул. Әле урамдарҙа күпме ҡарауһыҙ яҡшы тоҡомло йәнлектәр йөрөй. Йәмғиәтебеҙ өлкәнәйергә тейеш. Өйҙә бесәй йәки эт тотор алдынан 10 тапҡыр уйларға кәрәк, — тип иҫәпләйҙәр мэрияла. — Элек ҡала урамдарында яҡшы тоҡомло хайуандар һирәк күренә ине. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел».

Йәнлектәрҙе яҡлаусыларҙың рәсми булмаған мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгө эйәһеҙ хайуандарҙың 80 проценттан ашыуы ҡасандыр йортта йәшәгән һәм үҙенең хужаһы булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть