Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө рапирасыһы Донъя кубогында көмөш миҙал алды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Францияның Сен-Море ҡалаһы фехтование буйынса Донъя кубогына халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итте. Рәсәй йыйылмаһы команда иҫәбендә көмөш миҙалдар яуланы. Улар араһында Өфө спортсыһы Анастасия Иванова ла бар.

«Иванова Инна Дериглазова, Марта Мартьянова һәм Светлана Трипапина менән бергә 1/8 финалда испан ҡыҙҙарын еңде — 45:24. Сирек финал ауырыраҡ булды, Венгрия командаһы менән алышта 45:42. Ярымфиналда Рәсәй командаһы АҠШ йыйылмаһынан көслөрәк булып сыҡты — 45:39», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Финалда рәсәйҙәр Италияның ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһынан 38:45 иҫәбе менән еңелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть