Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

I «Биир Кун» телевизион этно-поп йыр конкурсында Башҡортостан исеменән Мәскәү ҡыҙы Әлфиә Ниғмәтуллина сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

I «Биир Кун» телевизион төбәк-ара этно-поп йыр конкурсында Башҡортостан исеменән Мәскәү ҡыҙы Әлфиә Ниғмәтуллина сығыш яһай. Конкурс 21 ноябрҙә Яҡутстанда уҙа. Унда 11 төбәк ҡатнаша.

Беренсе этапта — 2017 йылдың 21-25 ноябрендә телевизион версия яҙҙырыла, икенсеһендә — 2018 йылдың 15-18 февралендә финал һәм бүләкләү була.

Бөтә илдәр һәм төбәктәр телевидениеһында бер үк ваҡытта 2018 йылдың 15-11 февралендә артистар төркөмөнөң конкурс сығыштарын күрһәтеү ҡаралған. Программаның эфиры — бер ай буйына аҙнаһына биш тапҡыр. Конкурсанттар араһынан еңеүселәрҙе компетентлы жюри, шулай уҡ тамашасылар смс-тауыш биреү юлы менән билдәләй.

Башҡортостанда «Туған тел» музыкаль телеканалы конкурсты күрһәтеү хоҡуғына эйә. Һәр аҙна тауыш биреүгә йомғаҡ яһала.

«Биир Кун» конкурсында республикабыҙ исеменән ҡатнашҡан йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина өс йәшенән сәхнәлә йырлай, музыка менән профессиональ шөғөлләнә. Ул бындай бәйгелә тәүгә ҡатнашмай. 2014 йылда — «Zaman» этно-төркөмө солисы. Ул саҡта коллектив, Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһап, «Turkvision» телевизион конкурсында 25 ил араһында өсөнсө урын яулағайны. Әлфиә — Рәсәйҙә һәм Европала бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр лауреаты, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһына эйә.

Хәҙер Әлфиә Ниғмәтуллина — үҙенең «Nigma» музыкаль этно-проекты солисы һәм етәксеһе. Ул башҡорт һәм татар телдәрендә үҙенсәлекле аранжировкаларҙа автор һәм халыҡ йырҙарын башҡара, шулай уҡ танылған башҡорт композиторҙары һәм шағирҙары менән хеҙмәттәшлек итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть