Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йышыраҡ өйләнешә һәм аҙыраҡ бала таба башлағандар – статистика

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2017 йылда Башҡортостанда йышыраҡ өйләнешә һәм аҙыраҡ бала таба башлағандар. Был хаҡта Башстат хәбәр итә. Быйыл ғинуарҙан сентябргә тиклем 22 313 никах теркәлгән, 36 963 сабый донъяға килгән. 2016 йылдың ошо уҡ осоронда иһә 20 207 ғаилә ҡоролған, 42 580 бала тыуған.

19 муниципаль районда тыуымдың артыуы билдәләнгән.

Башҡортостанда туғыҙ ай эсендә халыҡтың тәбиғи һәм миграция хәрәкәте кире һөҙөмтәгә эйә. Башҡортостан халҡы 753 кешегә кәмегән. Статистар аңлатыуынса, халыҡтың тәбиғи кәмеүе 974 кеше булған, ләкин 221 мигрант иҫәбенә халыҡтың кәмеүе 753 кеше тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть