Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының «Өфө» һыу аҫты кәмәһен 2019 йылға төҙөп бөтөү күҙаллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәйҙең судно төҙөү заводтарының береһендә «Өфө» һыу аҫты кәмәһе төҙөлә. Башҡортостандың баш ҡалаһының исемен йөрөткән һыу аҫты кәмәһен 2019 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, Башҡортостан Диңгеҙселәре йыйылышының башланғысы, шул иҫәптән «Хәрби-диңгеҙ флотында ҙур дәрәжәләргә өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙың уртаҡ көсө менән «Варшавянка» класындағы һыу аҫты кәмәһенә «Өфө» исеме ҡушылды».

2019 йылда республика вәкилдәре Рәсәй Федерацияһы флоттарының береһендә хеҙмәт итәсәк был һыу аҫты кәмәһен файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.

2018 йылдың яҙында Башҡортостан делегацияһы «Өфө» һыу аҫты кәмәһе төҙөлөп ятҡан судно төҙөү заводына бара. Бынан тыш, Өфө хакимиәтендә Башҡортостандың баш ҡалаһының исемен йөрөткән һыу аҫты кәмәһе моғайын шефлыҡҡа алыныр, тип белдерҙеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть