Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфө егете тхэквондо буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе булды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфө спортсыһы, «Өфөлө» олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дали Ишберҙин 15-17 йәштәге үҫмерҙәр араһында ВТФ тхэквондо буйынса Европа беренселегендә иң яҡшыһы булды. Ларнакта 78 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында яҡташыбыҙ илебеҙ йыйылмаһына тәүге алтын миҙалды яуланы.

Ул Украинанан, Грециянан, Испаниянан һәм Молдавиянан биш көслө ярышташын еңеп сыҡты, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.

Бынан тыш, Рәсәй спортсылары тағы ла алты миҙал: Дмитрий Шишко һәм Дмитрий Евтухов көмөш, Валерий Шиманов, Павел Цыганков, Валерий Гурченко һәм Яна Яркова бронза яуланы.

Алыштар дүрт көн дауамында «KITION Athletic Centre» атлетика үҙәгендә уҙа. Тәүге көндө 42, 52 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында ҡыҙҙар һәм 45, 59, 78 килограмғаса егеттәр араһында наградалар уйнатылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть