Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика халҡы күбеһенсә ҡан әйләнеше системаһы һәм онкология ауырыуҙарынан донъя ҡуя – Башстат

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостанстат белгестәре республикала үлем статистикаһын баҫып сығарҙы. 2016 йылда 52 283 кеше һәләк булған, 55 708 сабый донъяға килгән.

Баҫылған мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда үлем сәбәптәре араһында беренсе урынды ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары (41,1 процент) биләй. Икенсе урында – онкология (13 процент), өсөнсөлә – тышҡы сәбәптәр (8,1 процент). 2015 йыл менән сағыштырғанда, республика халҡы ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан һирәгерәк, әммә яман шештән йышыраҡ (3,8 процент) һәләк була башлаған.

Бер мең төбәк халҡына 201,6 үлем осрағы онкология ауырыуҙары өлөшөнә тура килә. Артабан аш һеңдереү, тын алыу ағзалары, инфекция ауырыуҙары, юл-транспорт һәләкәтендә үлеү, алкоголь менән ағыуланыу һәм үҙ-үҙеңә ҡул һалыу килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть