Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Халыҡтарыбыҙ Рәсәйҙе ҡаҡшамаҫ иткән элементтар булып тора – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй халыҡтарын ныҡлы металл иретмәһе менән сағыштырҙы Милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Республика халыҡтары ассамблеяһы советының уртаҡ ултырышында сығыш яһап.

Уның һүҙҙәренсә, бөтә кешеләр ҙә төрлө-төрлө һәм ошо төрлөлөк йәмғиәттең берҙәмлеген нығыта ғына.

— Мин инженер, миңә инженер аналогияһы яҡын. Металл бар, химик элементы – тимер. Айырым алғанда ул ҙур материал түгел. Әммә тимергә башҡа химик элементтар бөрсөктәре ҡушылһа, тутыҡмай торған, эҫегә бирешмәүсән ҡорос килеп сыға. Былар, бер ҡараһаң, үҙенең күләме буйынса бәләкәй генә химик элементтар тимерҙе үҙенең сифаттары буйынса бөтөнләй икенсе ныҡлы, туҙып бармаусан, коррозияға бирешмәүсән итә, – тип миҫал килтерҙе Рөстәм Хәмитов. – Йәмғиәтебеҙ ҙә шулай. Эйе, илебеҙ халҡының 90 проценттан ашыуын урыҫ халҡы тәшкил итә. Әммә халыҡтарыбыҙ шул бөтә конструкцияны емерелмәҫ иткән элементтары булып тора ла инде. Һәм был бик мөһим.

Халыҡтар берҙәмлеге идеяһы төрлө милләт һәм дин кешеләре йәшәгән Башҡортостан өсөн айырыуса көнүҙәк, тип билдәләне республика Башлығы.

— Һәр ҡайһыбыҙ ниндәй дин тотоуына, этник сығышына ҡарамаҫтан: Башҡортостан – ул минең республикам, минең Ватаным, тип әйтә ала, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был беҙ йәшәгән, эшләгән, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәләребеҙ йәшәйәсәк яратҡан, бик матур еребеҙ. Ул мәңге һаҡлана торған һәм дәғүәһеҙ ысынбарлыҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть