Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда федераль программа сиктәрендә төҙөлгән тағы ла бер ауыл юлы файҙаланыуға тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Әлшәй районында яңы юл файҙаланыуға тапшырылды. Ул 150-ләгән Ташкисеү ауылы халҡы өсөн юлһыҙлыҡ мәсьәләһен хәл итте һәм бер юлы бер нисә тораҡ пункты араһында төп артерияға әйләнде. 3,5 саҡрым оҙонлоҡтағы асфальт түшәлгән участка урындағы Сураҡай-Ҡаран автомобиль юлына сығыу мөмкинлеген бирҙе һәм урындағы халыҡҡа күрше ауылдар, шул иҫәптән район үҙәге – Раевка ҡасабаһы менән юлды еңеләйтте.

Ташкисеү ауылына юл – «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылғаса план осорона ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль программаһы буйынса төҙөлгән 14 объекттың береһе.

Быйыл ошо програма буйынса Башҡортостанда тораҡ пункттары араһында дөйөм 58,254 саҡрым оҙонлоҡта юл һалына. Тағы ла 10 объектты киләһе йыл проектына индереү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть