Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Халыҡтар дуҫлығы йорто өсөн яңы бина табырға ҡушты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Республика халыҡтары ассамблеяһы советының уртаҡ ултырышында Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто өсөн яңы бина табырға ҡушты.

Әлеге ваҡытта был маҡсат өсөн Конгресс-хол бинаһының бер өлөшө тәҡдим ителә.

— Ғөмүмән алғанда, бында Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Халыҡтар ассамблеяһы ла урынлашыр тип күҙаллағайныҡ. Бөгөн ошо 17 бүлмәне ҡарап сыҡтым. Улар әҙер, иртәгәнән үк күсергә мөмкин. Әммә минең ҡарашҡа улар даими эшләү өсөн тәғәйенләнмәгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Унда елләтеү системаһы, лифт бар, ләкин тәҙрәләр юҡ. Шуға ваҡытлыса вариант кеүек улар менән файҙалана алабыҙ, әммә икенсе варианттарҙы ла ҡарарға була. Тағы ла ҡыҙыҡлы тәҡдимдәребеҙ бар. Беҙҙең милли-мәҙәни берләшмәләргә лайыҡлы эш өсөн, әлбиттә, бөтә шарттар ҙа булдырырға кәрәк тип уйлайым. Был мәсьәләне мотлаҡ хәл итербеҙ.

Алмаш сифатында төбәк етәксеһе Зәки Вәлиди урамындағы яңы офис бинаһын, шулай уҡ Ҡарауанһарай янындағы хәҙер Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшө фонды урынлашҡан бинаны ҡарарға тәҡдим итте. Республика Башлығы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына был һорауҙы 2018 йылдың 1 июненә тиклем хәл итергә ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Халыҡтар дуҫлығы йорто Ленин урамында республика Фәндәр академияһы менән йәнәш бәләкәй генә бинаны биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть