Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов республикала сит илдәрҙең яңы консуллыҡтарын асырға тәҡдим итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Михаил Белый менән осрашыуҙа республикала сит илдәр менән үҙ-ара эш итеү процедураһын ябайлаштырыу, шул иҫәптән граждандарға туристик һәм эш сәфәрҙәренә виза алыу өсөн уларҙың консуллыҡтарын асырға тәҡдим итте.

– Беҙ Сит ил эштәре министрлығының Өфөнө һәм Башҡортостанды сит илдәрҙең консуллыҡтарын асыу өсөн тәҡдим итеүенә әҙербеҙ. Бындай эште үҙебеҙҙә башҡара алыр инек, сөнки беҙ матди, ойоштороу һәм интеллектуаль яҡтан быға әҙер, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Әгәр Өфөлә тағы өс-дүрт консуллыҡ асылһа, беҙ быны ҡуш ҡуллап ҡабул итербеҙ. Был беҙгә эшләү өсөн кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Башҡортостанда Тажикстандың һәм Белоруссияның консуллыҡтары эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть