Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт көйө Вьетнамда Донъя халыҡтары мәҙәниәттәре күргәҙмәһендә яңғыраясаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Линар Дәүләтбаев етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры башҡорт халыҡ йыр-моң мираҫы менән Вьетнам Республикаһын таныштырасаҡ.

Музыканттар Хошимин ҡалаһында 11 ноябрҙән 4 декабргәсә уҙасаҡ Донъя халыҡтары мәҙәниәттәре күргәҙмәһендә (World Culture Expo 2017) ҡатнаша. Сараны ойоштороусылар – Корея Үҙәк хөкүмәте һәм IOV (UNESCO-NGO) KOREA.

Фестиваль 1994 йылдан уҙғарылып килә һәм бына инде 23 йыл дауамында донъяла мәҙәни яҡтан алмашыуға хеҙмәт итә һәм донъя мираҫын яҡлау идеяһы менән уртаҡлаша.

Һуңғы йылдарҙа сара Төркиәлә, Камбоджала, Кореяла, Тайландта үтте. Быйыл Ер шарында донъя мираҫында иң билдәле ҡалаларының береһе булған Кёнджу һәм Хошимин ҡалаларында күҙаллана.

«Башҡортостан Милли оркестры өсөн ошондай дәрәжәле мәҙәни форумда ҡатнашыу донъя сәхнәһендә башҡорт музыка ҡоралдары сәнғәтен киң танытыуға сәбәпсе буласаҡ. Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ кеүек боронғо башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, симфоник оркестр һәм рус халыҡ музыка оркестры ҡоралдары тембрҙары уңышлы тоташҡан беҙҙең үҙенсәлекле оркестр онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итер, Башҡортостандың үҙенә генә хас музыка мәҙәниәте менән таныштырыр һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙа ла, тамашасыларҙа ла яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырыр тип ышанабыҙ», — тип аңлатма бирҙеләр филармонияның матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть