Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Беҙгә башҡа илдәрҙең төбәктәре менән хеҙмәттәшлек тураһында документтарҙы ҡарау процедураһын ябайлаштырырға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Михаил Белый менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яҡтар Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге эшенең төрлө аспекттарын һәм уның эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Башҡортостан башлығы һүҙҙәренсә, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы вәкиллеге республикала 25 йылға яҡын эшләй, төбәктең власть органдары менән әүҙем эш алып бара, уларҙы тейешле мәғлүмәт һәм аналитика материалдары менән тәьмин итә. Уның ҡатнашлығында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәре тормошҡа ашырыла, сит ил дәүләттәре вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр уҙғарыла.

Рөстәм Хәмитов республиканың башҡа илдәрҙең дәүләттәре менән хеҙмәттәшлек хаҡында төрлө килешеүҙәрҙе ҡарау процедураһын тиҙләтеү кәрәклеген билдәләне.

– Беҙ үҙебеҙ эшләгән илдәрҙең төбәктәре менән килешеүҙәрҙе ҡарауға бәйле ҡаршылыҡтарҙы ауыр үтәбеҙ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, был процедура өс айҙан алып йыл ярым, ике йыл ваҡыт талап итә, ул саҡта ҡыҙыҡһыныу ҙа юғала, – тине төбәк етәксеһе. – Ошо йәһәттән ябайлаштырырға кәрәк. Әгәр Сит ил эштәре министрлығы төбәктәргә ярҙам итһә, беҙ быны ыңғай баһалар инек.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть