Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Ор Авнер» йәһүд мәктәбе уҡыусылары ата-әсәләренең 90% башҡорт телен өйрәнергә теләк белдергән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

«Ор Авнер» йәһүд мәктәбе уҡыусылары ата-әсәләренең 90% ашыуы башҡорт телен өйрәнеү яҡлы. Мәктәптә йәһүд (24%), рус (8%), татар (24%), башҡорт (10%) һәм башҡа милләт вәкилдәре белем ала. Ошо хаҡта Башҡортостандың һәм Өфөнөң баш раввины Дан Кричевский һөйләне. Конфессия етәксеһе Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты һәм тыныслыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советының берлектәге ултырышында сығыш яһаны.

«Бер нисә тиҫтә йыл элек кенә беҙ бер өҫтәл артына йыйылып, балаларға, дингә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ тип уйлай ҙа алмай инек. Донъялағы хәлдәрҙе күреп-аңлап торабыҙ һәм Рәсәйҙең милли йолаларҙы үтәү мөмкин булған ышаныслы урын икәнлегенә төшөнәбеҙ».

Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе тикшереү республикала йәшәүселәрҙең күпселеге — 85 проценттан ашыуы — уларҙы ыңғай баһалауын күрһәтә.

«Беҙ 85% түгел, ә 100% булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында уйлайбыҙ. Йәһүдтәр берләшмәһе йылдар дауамында республикала бөтә йүнәлештәр буйынса эшләргә тырыша, быға республика властары ярҙам күрһәтә», — тине Дан Кричевский.

Баш раввин әйтеүенсә, конфессия вәкилдәре дәүләт телдәренән тыш, Башҡортостанда туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн мөмкинлек булдырылыуына рәхмәтле. Шуға күрә улар республикабыҙҙа тормош яҡшыраҡ булһын өсөн эшләргә әҙер.

Дан Кричевский Тора китабынан өҙөк килтерҙе, унда исемдәрҙе, телде һәм мәҙәниәтте һаҡларға кәрәк, һәм шул саҡта халыҡ йәшәйәсәк, тиелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть