Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо хаҡында хәбәр итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Тәбиғәт календарына ярашлы, әле көҙҙөң ҡышҡа күсеү осоро. Көндәр йонсоу һәм елле, ҡар яуа, ләкин барыбыр ирей, урамда еүеш.

Алдағы ял көндәрендә лә Башҡортостанда ошондай һауа торошо һаҡлана.

3 ноябрҙә төндә бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә 0,-5, аяҙытҡанда 10 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -3,+2 градус.

4 ноябрҙә лә ҡар яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ фаразлана. Төндә 3,-8, аяҙытҡанда 13 градусҡа тиклем, көндөҙ -2,+3.

5 ноябрҙә һауа торошо үҙгәрмәй, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Төндә 0,-5, көндөҙ 0, +5 градус.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть