Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә һатып алыусылар майҙы махсус аппаратта тикшерә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә һатып алыусылар майҙы лабораторияла эксперттар ҡулланған махсус аппаратта — «Филин» люминоскобында тикшерә. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, октябрҙә «Һынау үҙәге» хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын популяр магазиндарҙа дежурлыҡ итте.

Һөҙөмтәлә «Филин» 45 май өлгөһөн һәм 26 спредты тикшереп, һигеҙ өлгөнөң тап килмәүен асыҡланы. Һатып алыусылар халыҡтан алған майҙы ла экспертизаға килтергәйне. «Уларҙың хаҡы магазиндағынан күпкә түбәнерәк. Шуға ҡарамаҫтан, был өлгөләр һынауҙы уңышлы үтте», — тип һөйләне «Һынау үҙәге»нең баш белгесе Илдар Ғәбитов.

Люминоскоп май менән спредты айырырға мөмкинлек бирә, һуңғыһының хаҡы ике тапҡырға тиерлек түбән. «Әгәр экспресс-анализ етешһеҙлекте асыҡлаһа, был осраҡта өлгөнө лабораторияла тикшерергә кәрәк. Унда раҫланһа, контролдә тотҡан органдар ошо продукцияны һатыуҙан алыуы ихтимал», — тип аңлатты белгестәр.

2018 йылдан «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау» дәүләт программаһы сиктәрендә даими рәүештә ошондай тикшереүҙәр ойоштороу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетынан. 28 люминоскоп һәм экотестер һатып алып, сифат мониторингын үткәреү өсөн йәмәғәт ойошмаларына тапшырыу күҙаллана.

Ноябрҙә «Филин» люминоскобы Дим биҫтәһендәге «Байрам» магазинында һәр шишәмбе көндөҙгө сәғәт 12-нән 2-гә тиклем эшләй. Адресы: Үҙәк урам, 50б.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть