Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә йәш ҡатын һигеҙенсе ҡаттан ҡолап һәләк булған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Кисә Стәрлетамаҡта 28 йәшлек ҡатын Артем урамындағы күп фатирлы йорттоң һигеҙенсе ҡатынан ҡолап төшкән. Был хаҡта, шаһиттарға һылтанып, Sterlitamakcity.ru порталы хәбәр итә.

«Мин ирекһеҙҙән ошо хәлдең шаһиты булдым. 10-15 метр алыҫлыҡта машинала ултыра инем, ҡапыл кемдеңдер ҡысҡырыуын һәм уның артынса шап иткән тауыш  ишеттем. Ике-өс минуттан ул һәләк булғайны. Йәл, әлбиттә, уның бөтә тормошо алда, балаһы ла бар ине», — тип шаһиттың һүҙҙәрен килтерә баҫма.

«Ошо осраҡ буйынса тикшереү алып барыла», — тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Теги: ваҡиғалар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть