Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Антигона» спектакле «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Антигона» спектакле «Алтын битлек– 2018» премияһына дәғүә итә.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, башҡорт театрының спектакле ете номинацияла тәҡдим ителгән. Улар «Ҙур формалағы иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» – Фәрит Бикчәнтәев, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» – Антигона роле өсөн Лилиә Ғәлина, «Иң яҡшы ир-егет роле» – Креон роле өсөн Олег Ханов, «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» – Исмена роле өсөн Гөлмирә Исмәғилева, «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» – Хор роле өсөн Алмас Әмиров, «Иң яҡшы рәссам эше» — Альберт Нестеров.

24-се «Алтын битлек» фестивале Мәскәүҙә 2018 йылдың февраль, март һәм апрель айҙарында уҙғарыла. Рәсәйҙең Милли театр премияһын — «Алтын битлек»те тапшырыу тантанаһы 15 апрелдә Ҙур театрҙың яңы сәхнәһендә була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, спектаклдең премьераһы 2016 йылдың 4-5 октябрендә үтте. «Антигона» быйыл Ҡазанда төрки халыҡтарының «Науруз» халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты. Шулай уҡ «Туғанлык-2017» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә дүрт номинацияла еңеү яуланы (Иң яҡшы спектакль, иң яҡшы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ роле – Олег Ханов һәм Лилиә Ғәлина, икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле – Илдар Сәйетов).

Шуның билдәләп үтәйек: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Ынйы эҙләүселәр» операһы һәм Рус драма театрының «Белый конь. Златая птица (Акбузат)» рок-операһы Рәсәйҙең «Алтын битлек – 2018» милли театр премияһы исемлегенә индерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть