Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Абҙаҡ» ноябрь байрамдарында илдә иң популяр өс тау саңғыһы курорты иҫәбенә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандың «Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң популяр өс тау саңғыһы курорты һәм комплексы исемлегенә инде. Тикшереү һөҙөмтәләрен илдең «Tvil» торлаҡҡа бронь һалыу сервисы иғлан итте. Рейтинг 3-7 ноябргә комплекстар янындағы торлаҡҡа ихтыяж һәм сервисты ҡарау йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.

«ТурСтат» агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә дүрт миллиондан ашыу кеше 300 тау саңғыһы курортында һәм комплексында тау саңғыһы спорты, сноубординг менән шөғөлләнә.

Быйыл ноябрь байрамдарында ял итеү өсөн популяр 5 тау саңғыһы комплексы һәм курорты иҫәбендә «Снеж.ком» (Мәскәү өлкәһе), «Уктус» (Екатеринбург), «Абҙаҡ» (Башҡортостан), «Гора Соболиная» (Иркутск өлкәһе) һәм «Мамай» (Бүрәтстан) бар.

17 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө — Яңы Абҙаҡ — Өфө туристик поезы йөрөй башлай.

Республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенсә, поезд ҡышҡы миҙгелдә йөрөй, Белорет ҡалаһының тимер юл станцияһынан Урал аръяғының тау саңғыһы курорттарына (Абҙаҡ, Яҡтыкүл, Морат, Ирәмәл) автобус рейстары ойошторола.

Бер кешегә билет хаҡы — яҡынса 750 һум, халыҡтың льготалы категорияларына төрлө ташламалар ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть