Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Газлы һыуҙың ниндәй ауырыуҙарға килтергәне билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Ғалимдар газлы һыуҙы даими эсеү диабет, ҡан баҫымы күтәрелеү һәм мейегә ҡан һауыу хәүефен арттыра тигән һығымтаға килгән. Көньяҡ Африка Республикаһының Стелленбос университеты тикшереүҙәр уҙғарған, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.

Медицина хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына биш тапҡырҙан күберәк газлы һыуҙы эскән кешеләрҙең торошон күҙәткән. Һөҙөмтәлә уларҙың күбеһендә диабет, юғары ҡан баҫымы һәм һимереүгә килтереүсе метаболлик синдром асыҡланған.

0,33 литр күләмле газлы һыуҙа 39 грамм самаһы шәкәр бар, ул көндөҙгө норманан 14 грамға күберәк. 10 аҙна дауамында газлы һыуҙы эскән кешеләр инсулинды 17 процентҡа аҙыраҡ ҡабул иткән һәм йышыраҡ  йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына зарланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть