Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «төҙөлөш» вакансиялары йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 9 ноябрҙә сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтә. Быныһында эш эҙләүселәргә вакантлы урындарҙы төҙөлөш өлкәһе ойошмалары тәҡдим итә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – автоэлектрик, бетонсы, автомобиль водителе, урам һепереүсе, инженер, ташсы, маляр, кран машинисы, төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, слесарь һәм токарь.

Йәрминкәгә килгәндәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть