Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң «Урал» волейбол клубы «Ярославич» менән уйынға яңы формала сыға – фото

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

2 ноябрҙә «Урал» волейболсылары яңы формалары менән таныштырҙы. Улар был кейемдә «Ярославич» менән уйынға сыға. Өфөләрҙең яңы амуницияһында төп элемент – милли башҡорт яугирҙары кейемендәге һыбайлының уҡтан атыуы. «Урал» волейбол клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңыртылған экипировканы эшләүгә клуб етәкселеген «Урал батыр» эпосы илһамландырған.

«Был миҙгелдән «Урал» волейбол клубы ғаиләһенә ингән бөтә командаларыбыҙҙы ла ошо эпосҡа яҡынайтырға теләнек. Суперлига клубы символикаһында Аҡбуҙатҡа атланып, уҡтан яман көскә атыусы Урал батыр барлыҡ килде», — тип аңлатты үҙгәрештәрҙе клуб президенты Марат Мәрҙәнов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө клубы волейболсылары дүрт миҙгел рәттән иҫке формала уйнаны. Әлеге ваҡытта «Урал»  турнир таблицаһында бишенсе урында тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть