Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Технологик эшҡыуарлыҡ көндәре уҙасаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 9-10 ноябрҙә «Технологик эшҡыуарлыҡ көндәре» республика форумы үтә.

Сарала ҡатнашыусыларҙы инновацион-технологик бизнесты үҫтереү өсөн ике көн иң файҙалы мәғлүмәттәр, оҫталыҡ дәрестәре, баҙар белгестәренән тренингтар, эксперттар менән шәхси аралашыу, проект авторҙары һәм стартаптарға нигеҙ һалыусылар өсөн питч-сессияларҙа презентация менән сығыш яһау мөмкинлеге көтә.

Бында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Форумда ҡатнашыу бушлай. Уның өсөн алдан теркәлергә генә кәрәк.

Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты, «Инновациялар буйынса белешмә» акселераторы һәм республика Фәндәр академияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть