Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Матбуғат балы» уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Матбуғат балы» уҙғарыла. Был — республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ҡыҙыҡлы Яңы йыл алды йолаларының береһе. Йыл һайын ошо байрамда федераль, республика, район киң мәғлүмәт саралары, дәүләткә ҡарамаған, корпоратив баҫмалар, журналистар, телекомпаниялар, радиостанциялар, электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша.

«Был журналистарға аралашыу, уҙып барған йылға йомғаҡ яһау, быйыл яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәргә рәхмәт белдереү өсөн шәп мөмкинлек. Министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, матбуғат хеҙмәттәре лә һәйбәт эшләгән журналистарҙы билдәләйәсәк», — тип хәбәр итте сараны ойоштороусылар.

Быйыл «Матбуғат балы» 15 декабрҙә «Версаль» комплексында уҙа. Тиҙҙән «Матбуғат балы» алдынан тауыш биреү асыла: журналистар берләшмәһе байрамдың төп наградаһы — «Йыл журналисы» исеменә лайыҡ кешене һайлай. Яҡын арала «Йыл журналисы» асыҡ номинацияһына ғаризалар йыйыу башлана. Ентеклерәк мәғлүмәт Башҡортостандың Матбуғат агентлығы, Журналистар союзы сайттарында һәм https://vk.com/balpressy рәсми төркөмөндә баҫылып сығасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть