Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Статистар республиканың һөткә хаҡтар буйынса иң ҡиммәтле ҡалаһын атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфө ағымдағы йылдың октябрендә һөткә хаҡтар буйынса республиканың иң ҡиммәтле ҡалаһы тип танылды. Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәренең һайланма күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, майлылығы 2,5-3,2 процент тәшкил иткән пастеризацияланған һөттөң бер литры өфөләргә уртаса 47,35 һумға төшкән.

Икенсе урында Стәрлетамаҡ — бер литры 47,17 һум.

Сибай халҡы һөттөң бер литрын уртаса 46,76 һумға һатып ала.

Статистар мәғлүмәтенсә, иң арзан һөт Нефтекамала — 44,14 һум.

Дөйөм алғанда, октябрь айында Башҡортостанда бер литр һөттөң хаҡы 46,80 һум булған.

Сентябрҙә бер литр һөт республика халҡына 33 тингә ҡиммәткәрәк — 47,13 һумға төшкән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть