Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә федераль наградалар тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостандың Профсоюздар йортонда республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Журналистар, нәшриәт, типография, редакция структуралары, радио һәм телекомпания хеҙмәткәрҙәре һөнәри эшмәкәрлектәге юғары ҡаҙаныштары өсөн лайыҡлы наградалар алды.

«Был залда тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәре йыйылған. Һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәре күҙгә күренеп бармаған кешеләр — баҫмасылар, кадрҙар хеҙмәте вәкилдәре, корректорҙар бар. Ләкин барығыҙ ҙа дөйөм эш башҡараһығыҙ — йәмғиәттең, тамашасыларҙың һәм уҡыусыларҙың мәнфәғәттәре өсөн хеҙмәт итәһегеҙ. Һөнәрегеҙгә булған һөйөүегеҙ һәм тоғролоғоғоҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм», — тип сәләмләне бүләкләнеүселәрҙе республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов.

Ғүмеренең күп өлөшөн яратҡан һөнәренә бағышлаған Рәзидә Әхмәтйәнова бөгөн үҙенең лайыҡлы наградаһын алды. Бына 40 йыл инде ул Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫмасы булып эшләй.

«Мин нәшриәткә йәш саҡта уҡ килдем һәм 40 йыл бер цехта эшләнем, — тип һөйләне ул «Башинформ» агентлығына. — Киләһе йылда «Китап» нәшриәтенә 100 йыл тула һәм мин шуның 40 йылын яратҡан коллективым менән үтеүемә бик шатмын. Хеҙмәтемде ошондай юғары кимәлдә баһалағандары өсөн барыһына ла рәхмәт».

Тағы бер бүләкләнеүсе Оля Ниғмәтуллина — Тәтешле районынан. Ул республикала удмурт телендә сыҡҡан берҙән-бер гәзиттең — «Ошмес» («Шишмә») — яуаплы секретары.

Шун әйтергә кәрәк: бүләкләү тантанаһын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты ойошторҙо. Федераль ведомствоның Почет грамоталарына бөтәһе 21 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле лайыҡ булды.

2010 йылдан алып ошо грамота менән республиканың 200-ҙән ашыу матбуғат һәм полиграфия хеҙмәткәре бүләкләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть