Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йәштәр тауышы» әҙәби фестивале яңы исемдәр аса

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йәштәр тауышы» әҙәби фестивале яңы исемдәр аса. 17 ноябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте йәш яҙыусыларҙың «Йәштәр тауышы» әҙәби фестивален уҙғара.

Был китаптар серияһы 2004 йылдан алып сыға башланы. Оул йылдар эсендә «Китап» нәшриәте байтаҡ йәш шағирҙарға һәм яҙыусыларға тормошҡа юллама бирҙе. 2016-2017 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә башҡорт, татар һәм рус телдәрендә яҙыусыларҙың 10 китабы донъя күрҙе. Улар — Шәүрә Туйсинаның «Күңел баҡсам», Зөһрә Сафинаның «Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ», Ләйсән Мараҡанованың «Күк сәскәләр», Гөлиә Гәрәеваның «Бәхетлеһеңме, тип һорама», Артур Дарраның «Когда я стану солнцем…», Эвита Гайнеттың «Моя ли жизнь?..», Нурлан Ғәниевтың «Бер миҙгел ни бары», Рәзинә Зәйнетдинованың «Килен шәле», Зөлфиә Сәлихованың «Атай абруйы», Таңсулпан Рәсүлдең «Атай, һине күрҙем...».  

Фестивалдә уҡыусыларҙы китаптары «Йәштәр тауышы» серияһында баҫылып сыҡҡан яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыу көтә. Теләге булғандарҙың уларҙан автограф алыу мөмкинлеге бар. Байрам программаһында башҡорт эстрадаһында билдәле йәш артистарҙың сығыштары, «Китап» нәшриәте китаптарын һатыуҙы ойоштороу ҡаралған.

Сара Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең тамашалар залында көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана. Инеү ирекле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть