Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһын иң яҡшы яҡтыртыу буйынса ижади конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Конкурс журналистарҙың һәм редакцияларҙың иғтибарын йәмәғәтселектең сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында ыңғай фекерен булдырыуға, үҫеп килгән йәш быуын араһында наркоманияны, эскелекте, тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү проблемаларына йәлеп итеү, журналистарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу; уҡыусыларҙың һәм тамашасыларҙың аудиторияһын киңәйтеү маҡсатында үткәрелә.

Бәйгелә республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзит, журнал редакциялары, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, телевидение һәм радио) ҡатнаша ала. Төрлө жанрҙағы эштәр – мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк, радио-, телетапшырыуҙар ҡабул ителә.

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар союзы. Положение Матбуғат агентлығының рәсми сайтында «Документтар» бүлегендә баҫылған.

Конкурсҡа 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 15 декабренә тиклем донъя күргән материалдар тәҡдим ителә. Уларҙың һаны сикләнмәй. Эштәрҙе 2017 йылдың 20 декабренә тиклем ебәрергә кәрәк. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се, 422-се бүлмәләр (тел. 218-07-73, 218-07-76).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть