Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала икенсел ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ҙур производство төҙөргә йыйыналар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә яңы объект индерелде, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 266 миллион һум тәшкил итә. Унда 152 эш урыны булдырыу күҙаллана. Был хаҡта Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Инвестиция проектының маҡсаты — Стәрлетамаҡта икенсел ресурстарҙы тәрән эшкәртеү буйынса производство, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонын ойоштороу.

Инициатор булып «ПТК ЭкоПром» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.

Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты — 2017-2020 йылдар.

Сүп-сарҙы сортировкалауҙан һуң инвестиция проекты пластмассанан, ҡағыҙҙан, картондан, алюминийҙан продукция, быяла банка, шешә, RDF-яғыулыҡ, плитә етештереүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 41 проект бар. Дөйөм хаҡы — 207,7 миллиард һумдан ашыу. Улар уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта яңы эш урындары һаны 12,5 меңдән артып китә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть