Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан менән Татарстан сигендә Ыҡ йылғаһы аша күпер ремонтланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда М-5 «Урал» федераль трассаһының 1281-се саҡрымында Татарстан менән сиктәш урында Ыҡ йылғаһы аша күперҙе ремонтлау тамамланды.

«Приуралье» федераль автомобиль юлдары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, элекке тимер-бетонлы күпер 1985 йылда төҙөлгән һәм 30 йыл эсендә транспорт саралары хәрәкәтенең көсөргәнешлеге һәм йөктәрҙең ауырлығы буйынса норматив талаптарға яуап бирмәй башлаған.

Яңы ҡоролма 80 тонналыҡ автотранспортты үткәрә ала. Күперҙең оҙонлоғо 247 метр тәшкил итә, габаритлы үтеү 11,59 метрға тиклем арттырылған. Был II техник категория талаптарына тура килә.

Хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн күперҙә яңы юл кәртәһе ҡуйылған, яндауырҙар һәм парапеттар композит материалдарҙан эшләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть