Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт спортсыһы Наил Ҡыямов парашют акробатикаһы буйынса донъя рекордсыһы булды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан Парашют спорты федерацияһы өсөн 2017 йылдың йәйге һикереү миҙгеле һөҙөмтәле үтте. республика чемпиондары яңы өс рекордсылар менән тулыланды – ул Наил Ҡыямов, Виталий Ғиниәтов һәм Эдуард Мулаев.

«Август айында Башҡортостан спортсылары милли йыйылмала Рәсәй, Европа һәм донъя рекордсылары булды. Октябрь айында республика вәкиле Наил Ҡыямов төркөмдә парашют акробатикаһы – 219 кеше һәм ике тапҡыр икенсе төрлө теҙелеү, шулай уҡ 217 кеше һәм өс тапҡыр икенселәй теҙелеү буйынса рекорд ҡуйыуҙа ҡатнашты», — тип хәбәр ителә Башҡортостан Парашют спорты федерацияһының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә.

Федерацияның мәғлүмәттәре буйынса, киләһе йылға спортсыларға амбициялы бурыс ҡуйылған: Рәсәй милли йыйылмаһының көсө менән генә яңы рекорд ҡуйырға – 222 кеше һәм ике тапҡыр икенселәй теҙелеү.

Бынан тыш, тәжрибәле спортсылар менән берлектә йәштәр менән эш башланған – 15 һәм 20 кешелек ҙур формация класында Башҡортостан рекордын ҡуйыу бурысы билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть