Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Эльвира Нәбиуллина донъяның иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә ингән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Сығышы менән Өфөнән, хәҙер Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина Forbes версия буйынса донъяның иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә инде. Үҙәк банк етәксеһе 49-сы баҫҡысты биләй. Был исемлектә Рәсәйҙән тағы ла бер ҡатын-ҡыҙ – Russia Today телеканалы баш мөхәррире Маргарита Симоньян, ул 52-се урында тора.

Былтыр Эльвира Нәбиуллина 56-сы урынды биләп, был рейтингта Рәсәйҙән бер үҙе ине.

Былтырғы алдынғылыҡты Германия канцлеры Ангела Меркель һаҡлай, икенсе урында Бөйөк Британия премьер-министры Тереза Мей, өсөнсө баҫҡыста – Америка эшҡыуары һәм филантроп Мелинда Гейтс, Misrosoft копорацияһына нигеҙ һалыусы Билл Гейтстың хәләл ефете.

Америка телевидениеһы алып барыусыһы Опра Уинфи 21-се урынды биләй, йырсы Бейонсе – 50-се.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть