Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы боҙлауыҡ булыуы һәм епшек ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Бөгөн, 2 ноябрҙә, Башҡортостанда секундына 15-20 метр тиҙлектә ҡапыл ел иҫеүе, боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе фаразлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы ашығыс хәбәр таратты.

Болотло һауа торошо, бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, урыны менән уртасаға тиклем. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр, көсәйгәндә секундына 15-20 метрға етә. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 1-2 саҡрымдан кәмей.

Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе һорай. Һауа торошо боҙолғанда мөмкин тиклем өйҙән сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Көслө елдә электр линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле. Ағастар, реклама таҡталары, ныҡлап нығытылмаған конструкциялар янында торорға ярамай.

Водителдәрҙе тиҙлек режимын үтәргә саҡыралар.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы телефоны: 8(347) 233-99-99.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть