Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланырға саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан биләмәһендә йәйәүлеләрҙе тапатып китеү осраҡтары йышайҙы. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә бер тәүлектә авария хәленә анализ мәғлүмәттәрен хәбәр иттеләр.

«Дөйөм юл һәләкәттәре иҫәбенән 70 проценттан ашыуы – ул тәүлектең ҡараңғы осоронда йәйәүлеләрҙе тапатып китеү осраҡтары, — тип мәғлүмәт бирҙеләр ведомствола. — Тәүлектең ҡараңғы осоронда, шулай уҡ йонсоу көндө күренеү мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн бөтә йәйәүлеләргә лә өҫкө кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланырға кәңәш итәбеҙ».

Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар йәйәүлеләргә юлда нығыраҡ күренергә ярҙам итәсәк. Был республиканың автомобиль юлдарында юл һәләкәттәре иҫәбен кәметергә булышлыҡ итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть