Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала алты яңы газ ҡойоу станцияһы төҙөләсәк – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда автотранспортты метан менән заправкалау өсөн алты яңы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөләсәк. Ошо хаҡта «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төбәк сәйәсәте буйынса комиссия ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала компания Идараһы Рәйесе Алексей Миллер менән осрашыу барышында автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын төҙөү тураһында килешеү өлгәшелде.

— Беҙ байтаҡ һорауҙарҙы тикшерҙек. Республикала газ-мотор яғыулығындағы автомобилдәрҙе заправкалау станциялары селтәрен үҫтереү хаҡында һөйләштек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһында был йүнәлештә алдынғы. Конкуренттарҙың әүҙем эшләгәнен аңлап, был позицияны артабан да яҡларбыҙ.

Әлеге ваҡытта төбәк биләмәһендә «Газпром» төркөмөнә ҡараған 12 газ тултырыу станцияһы эшләй.

— Алексей Борисович менән алдағы ике-өс йылда тағы алты станция төҙөү кәрәклеге тураһында һөйләштек. Был республикабыҙҙы транспортты газ менән тәьмин эшенә индергән корпорацияның яҡшы, әһәмиәтле өлөшө буласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Үҙ сиратыбыҙҙа газда эшләүсе транспорт һанын ярайһы уҡ арттырырға йөкләмә алабыҙ. Был эште атҡара алырбыҙ тип уйлайым.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть