Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 1,491 миллион тоннанан ашҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Уртаса уңыш гектарынан 308 центнер сыҡҡанда республикала 1,491 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған. Бөгөнгө көнгә 48,4 мең гектарҙан татлы тамыраҙыҡ йыйылған, был пландың 94 процентын тәшкил итә. Ошондай мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте килтерә.

Өфө һәм Ғафури райондары хужалыҡтары уңыш буйынса элеккесә алдынғылыҡты бирмәй, уларҙа сөгөлдөрсөләр һәр гектарҙан 400 һәм 383 центнер ала.

Дөйөм алғанда, төбәк буйынса 870,5 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө заводтарға тапшырылған. Уларҙан әлегә 531,3 мең тоннанан күбәреге эшкәртелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть