Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Тамаша» республика һәүәҫкәр театрҙар фестивале уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Балтас районында 15-17 ноябрҙә «Тамаша» республика һәүәҫкәр театрҙар фестивале уҙа.

Сара һәүәҫкәр театр сәнғәтен пропагандалау һәм артабан үҫтереү маҡсатында ойошторола. Байрамда йәштәр һәм ололар һәүәҫкәр театр коллективтары ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың сығышын театр тәнҡитселәре, танылған режиссерҙар һәм педагогтарҙан торған жюри баһалай.

«Тамаша» фестиваленең программаһында — конкурс ҡарауҙары, үҙешмәкәр театрҙарҙың спектаклдәре, оҫталыҡ дәрестәре, һәүәҫкәр театрҙарҙың режиссерҙары һәм етәкселәре өсөн ижади лаборатория.

Ижади лабораторияла ҡатнашыуға ғаризалар 2017 йылдың 15 ноябренә тиклем gukrcnt@mail.ru, tan.calmurzina@yandex.ru электрон адрестарына ҡабул ителә.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: (347) 289-66-96.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть